Үҫемлектең йөҙләгән яңы гибрид төрҙәре бар. Яран үҙенең йыл әйләнәһенә ҡупшы сәскә атып ултырыуы менән матур. Яраҡтарының еҫе көслө булһа ла, унда һауалағы микробтарҙы үлтереүсе фитонцидтар күп.
Яран гөл артыҡ дымлы тупраҡты яратмай, уртаса дымлылыҡта яҡшы үҫә. Ике көнгә бер һыу һибеп торорға кәрәк. Тупрағы кибеү менән япраҡтары тиҙ генә һулып, һарғая башлай.Яҙғыһын ике аҙнаға бер ашлама менән туҡландырыу талап ителә.
Яран гөл ботаҡтан үрсей. Ҡыш буйға үҫкән гөлдө яҙғыһын ҡырҡып сығырға, ашламалар һибергә кәрәк. Ҡырҡылған ботаҡтарҙы өйҙә бәләкәй һауыттарға ултыртып тороп, йәй баҡсаға сығарып үҫтерергә мөмкин.
Ул яҡты урында ғына сәскә ата. Артыҡ ҙур һауытҡа ултыртҡанды яратмай.