Владимир Санкин балаларҙы яҡлап педофилды үлтергән. Әле уның эше судта, үҙе ир өй тотҡонлоғонда ултыра.
«Готов взяться за его защиту. Для семьи Владимира это не будет стоить ничего. Решение за ним и его супругой», — тип яҙған Шота Горгадзе «Твиттер»ҙа.
Санкин темаһы буйынса бәхәс ҡупты. Ирҙең 12 һәм 14 йәшлек малайҙарға бәйләнгән педофил-рецидивисты туҡмап үлтереүе (үлтерергә теләмәнем, ти үҙе) тураһында ишеткәнһегеҙҙер. Зайцев бер йыл элек кенә төрмәнән сыҡҡан, рәшәткә артына бәлиғ булмаған үҫмерҙе көсләгәне өсөн эләккән булған.
Нисек ғәҙелерәк? Педофилдан балаларҙы яҡлаусы төрмәгә ултыртылһынмы, аҡланһынмы? Ә ул бит кешене үлтерҙе. Үлтереү - енәйәт. Хатта енәйәтсене үлтерһәң дә...