Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраля 2020, 18:30

Ауылға эшкә барған уҡытыусыға 1 млн һум аҡса түләнә. Тик...

Башҡортостанда ауылға, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаларға һәм халҡы 50 мең кешенән артмаған ҡалаға эшкә барған уҡытыусыларға 1 млн һум компенсация түләнә башлай.

Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр хаҡындағы ҡарар бөгөн төбәктең рәсми хоҡуҡи-мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Субсидиялар 2020 йылдан 2022 йылға тиклем өс йыл дауамында бүленә һәм йыл һайын 1 декабргә тиклем иҫәпкә күсерелә.
Документта әйтелеүенсә, бер тапҡыр бирелә торған түләүгә дәғүә итеүселәр конкурс комиссияһы тарафынан һайлап алына.
Дәғүә итеүселәргә талаптар иҫәбендә – уҡытыусының йәше 50-нән артмауы, тейешле белеме булыуы, 18 сәғәттән кәм булмаған эш сәғәте менән мәктәпкә эшкә урынлашыуы, һуңынан мотлаҡ биш йыл эшләүе.
Шулай уҡ эшкә барыр урындан 50 километрға тиклем алыҫлыҡта йәшәгәндәр һәм күсер урыны әлеге йәшәгән, эшләгән муниципалитетҡа ҡарағандар ҙа конкурста ҡатнаша алмай. Йәғни конкурста ҡатнашыу өсөн уҡытыусы 60 саҡырымдан алыҫҡараҡ һәм икенсе районға эшкә барырға тейеш.
Конкурста ҡатнашыу өсөн уҡытыусыларҙың ғаризалары йыл һайын 10 ғинуарҙан 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Фото:Яндекс.
Читайте нас