«Ете ҡыҙ» Башҡортостан Республикаһы вәкиллегенең Концерт залының даими экспозицияһы булып торасаҡ. Уны асыу тантанаһында Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Мәскәү Хөкүмәте, ижади интеллигенция һәм башҡорт яҡташтар ойошмаһы вәкилдәре ҡатнаша. Концерт программаһы менән Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Алсу, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Мәскәүҙәге Башҡорт мәҙәни үҙәгенең ижади коллективтары сығыш яһай.