Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраля 2020, 14:30

“Боҙом” сығарыу ни хаҡ?

Нефтекама ҡалаһында мутлашыусылар ҡулға алынған. Ике ҡатын һәм ике ир өлкән йәштәгеләрҙе алдап, аҡса эшләгән. Улар бер нисә енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.

Яңыраҡ улар ошо ҡалала йәшәүсе 73 йәшлек инәйҙе, ҡыҙыңа үлемесле боҙом эшләгәндәр, тип ҡурҡыта. Һәм уны бөтөрөү өсөн өйҙәге барлыҡ аҡса, алтын биҙәүесте төргәккә төрөп алып килергә ҡуша.
Мутлашыусылар төргәктәге әйберҙәрҙе оҙаҡ сихырлап, нимәлер уҡый. Бер ҡатлы инәйҙе ҡайтҡас та төргәкте асырға ярамауы хаҡында ла иҫкәртәләр. Һуңынан төргәктән 315 мең һумлыҡ затлы биҙәүестәрҙең юғалыуы асыҡлана.
Фото: google.ru
Читайте нас