Енәйәтселәр аҡыллыраҡ була барғандай. Хәйер, улар аҡыл менән түгел, ә иблис шауҡымы менән эш итә. Маҡсаттары: банктағы иҫәптән йә картанан мөмкин тиклем күберәк аҡса урлау.
Был юлы улар кешелә ышаныс тыуҙырыу өсөн тағы ла тырышыбыраҡ ялғанлай. Һеҙгә шылтыратып, йәнәһе лә, ул банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте белгесе, иҫәбегеҙҙе ябырға (имеш, банкка шундай ғариза ебәргәнһегеҙ) ниәтләгәнегеҙ икән, ҡасан, нисәлә банкка киләһегеҙ, тигән кеүегерәк һорауҙарҙы бик итәғәтле итеп кенә бирә.
Әгәр ҙә, яуабығыҙ, юҡ, ғариза яҙманым, булһа, шундай уҡ иҫәбегеҙҙе һаҡларға тәҡдим итәләр. Ысын, бына, фәлән-фәлән хәүефһеҙ иҫәпкә күсерәһегеҙ ҙә бөттө, аҡсағыҙ, һеҙ алғанға тиклем иҫән-һау ятасаҡ...
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бер кемгә лә банк картаһының реквизиттарын (ССV-кодын, ҡулланыу ваҡытын) әйтмәгеҙ. Тәүҙә эштең айышына төшөнөгөҙ, теге йәки был мәсьәлә тураһында банкка шылтыратып һорағыҙ.