Был хаҡта ведомствоның рәсми сайтында хәбәр ителә.
Әлегә тиклем эшләп килгән схема буйынса, тәүҙә эш биреүсе эшсеһенә аҡса түләй, һуңынан киткән сығымдарҙы Башҡортостандың Социаль страховкалау фонды ҡаплай торғайны.
Шулай итеп, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса, шул иҫәптән производстволағы бәхетһеҙ осраҡҡа йә профессиональ ауырыуға бәйле түләүҙәр, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие, йөклөлөктөң тәүге мөҙәттәрендә иҫәпкә торған өсөн бер тапҡыр бирелә торған пособие, бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие, бала ҡарау буйынса айлыҡ пособие (1,5 йәшкә тиклем), производствола зыян күреүсегә өҫтәмә отпускты түләү туранан-тура тәғәйенләнгән кешенең иҫәбенә күсереләсәк.
Пособиены түләтеү өсөн эшсе эш биреүсегә бөтә төр пособиеларға билдәләнгән тәртиптә ғариза яҙып тапшырырға кәрәк буласаҡ. Унда аҡса күсереү өсөн реквизиттар ҙа күрһәтелергә тейеш, шулай уҡ кәрәкле документтар булырға тейеш. Мәҫәлән, бала тыуыу тураһында, йөклөлөк буйынса иҫәпкә тороу тураһында белешмә һ.б.
Эш биреүсе эшсенән документтарҙың тулы пакетын алғандан һуң белешмә туплап, биш көн эсендә Социаль страховкалау фондына ебәрә, ун көндән иһә фонд гражданинға пособие түләргә тейеш.
Бала ҡарау буйынса айлыҡ пособиелар һәр айҙың 1-нән 15-нә тиклем түләнәсәк.