+31 °С
Облачно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраля 2020, 09:30
Мортаза Рәхимовты тыуған көнө менән ҡотлап...
БЕРЕНСЕГӘ Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза РәхимовҡаБындай мөһабәтлек Һиндә ҡайҙан? – Тиеп һорар инем белмәһәм. Тыуған төйәгеңдең урман-тауын, Гүзәл тәбиғәтен күрмәһәм. Сыбартауға нисә менеп төшөп, Күнйәп һыуын нисә тәмләнең? Йәнтөйәккә юлың төшмәй торһа, Үҙ-үҙеңде нисә әрләнең? Бындай мөһабәтлек Һиндә ҡайҙан? – Тиеп һорамайым. Яуап бар. Үҙ ереңдә тыуҙың, Һин – аҫаба, Алынманы ерең яулап та. Халҡым, тиеп таңдан эш башланың, Илем, тиеп көндө оҙаттың. Татыулыҡҡа мөкиббәндәр инең – Ҡапҡа бикләнмәне йоҙаҡҡа. Барыһына Һин ихлас та булдың, Дуҫ түгелдәр тойҙо ныҡлығың. …Дөрөҫ түгел һөйләү үткәндә тип, Ә шулай ҙа Һинең юҡлығың… (Сатлы-сатлы барған юлыбыҙҙың Иң башында Һинең юҡлығың). Бындай мөһабәтлек Һиндә ҡайҙан? Ярылып ята көс тә, таһыл да. Уйсан күҙҙәреңдә ил ғәме лә, Шул ҡарашта хәстәр, аҡыл да. Бер әйтһәң дә, берәгәйле әйттең, (Күп һөйләмәҫ ысын ир заты). Ил тарихы Һине күптән яҙҙы Хәтеренә беҙҙең быуаттың. Автор.© Алһыу Ишемғолова
"Йәшлек" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә фотохәбәрсе Юлай Кәримовтың М.Ғ. Рәхимовты төрлө йылдарҙа төшөргән фотокарточкаларын ҡарағыҙ.
Һылтанмаһы:
https://vk.com/album-35065816_271858799
Фото: Юлай Кәримов
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"