Торфлы сүлмәктәр: үҫентене грунтҡа сүлмәге менән бергә ултыртырға мөмкин. Тәбиғи материал ерҙә серей һәм үҫентегә ҡамасауламай. Әммә ултыртыр алдынан төбөн һәм стеналарын бер аҙ айырып ҡуйығыҙ. Составында ҡатырға ла булғас, оҙаҡ серейәсәк. Шуныһы ла бар: ҡоро булғанда, грунт ҡатып китә, артыҡ дымлы булһа, бәшмәктәр барлыҡҡа килә.