-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2020, 15:05

Премия лауреаттары бүләкләнде

Күгәрсен районынан беҙҙең авторыбыҙ, журналист Айгөл Айытҡолова хәбәр итә:

Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия бынан теүәл егерме бер йыл элек Башҡортостан яҙыусылар союзы менән берлектә булдырылған. Ошо арауыҡ эсендә бөтәһе 55 ижадсының эшмәкәрлеге баһаланған.
2019 йылғы лауреаттар исемлеген үҙешмәкәр шағир Вәғиз Мәғизов менән Мәләүез ҡалаһында йәшәп ижад иткән яҡташыбыҙ, китапханасы Рәзилә Ҡотлогилдина, Туйөмбәт ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рәйес Ҡунаҡбаев тулыландырҙы. Лауреаттарҙы тәбрикләү сараһы йылдағыса Зәйнәб Биишеваның тыуған төйәге – Туйөмбәт ауылында булды.
Төп сараға тиклем Өфө ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар – БР һәм РФ Яҙыусылар, БР һәм РФ журналистар союздары ағзаһы, БР яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары шағир Нурлан Ғәниев, беҙҙең яҡташ әҙиптәребеҙ журналист, яҙыусы, драматург, балалар яҙыусыһы, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты, “Киске Өфө” гәзите хеҙмәткәре Сәрүәр Сурина, шағир, Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты Зөфәр Вәлитов – Мораҡ башҡорт гимназияһында уҡыусылар менән осрашты. Ижади осрашыуҙы улар ҡоролтай тарафынан иғлан ителгән Башҡорт теле йылына бағышланы.
Мораҡтан һуң әҙиптәр Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылына юл тотто. Ҡунаҡтарҙы туйөмбәттәр йыр-моң менән ҡаршыланы, әҙибәнең тормошо һәм ижадына арналған музей менән таныштырҙы.
Лауреаттарҙы тәбрикләү сараһын асып, район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев әҙибәнең исемен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән эштәрҙең даими башҡарылып тороуын билдәләп үтте, лауреаттарҙың был өлкәләге ижади хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Вәғиз Хәниф улы Мәғизовтың ижады менән таныш булғандар уның был премияға лайыҡ булыуын, һис шикһеҙ, ихлас күңелдән ҡабул иткәндер. Ике телдә лә берҙәй иркен яҙышҡан, тапҡыр, төртмә телле шағир юмористик шиғырҙар ҙа яҙа, шул уҡ мәлдә тыуған яғына, уның халҡына, арҙаҡлы яҡташтарына бағышланған әҫәрҙәре лә байтаҡ. Күп йыллыҡ ижад емештәре уның бер нисә китапҡа тупланған.
Рәзилә апай Ҡотлогилдина ла былтыр үҙнәшер менән “Алтын көҙ” тип исемләнгән шиғырҙар йыйынтығын баҫтырҙы.
Туйөмбәт ауылы уҙаманы крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рәйес ағай Ҡунаҡбаев иһә премияға Зәйнәб Биишева исемен мәңгеләштереүгә, уның ижадын пропагандалауға йүнәлтелгән сараларҙың даими бағыусыһы булараҡ лайыҡ булды.
Йыр-моң менән үрелеп барған ижад байрамында ҡунаҡ булып килгән әҙиптәрҙең дә һүҙе яңғыраны.
БР яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаевтың сәләмдәрен уның урынбаҫары Нурлан Рәшит улы еткерҙе.
– Бөйөк яҙыусы, күренекле әҙибә Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева, республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов, башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин тыуған ерҙе күрергә күптән хыяллана инем. Күгәрсен ере миңә ҡәләмдәштәрем Хәким Алсынбаев менән Айгөл Айытҡолова булғаны өсөн дә ҡәҙерле (әйткәндәй, беҙҙең өсөбөҙҙөң дә тәүге китабыбыҙ бер йылда донъя күрҙе –авт.),
Бына, ниһайәт, ошо изге төбәктә ҡәләмдәштәрем менән тағы ла бер осрашырға насип булды, ниһайәт, күптәнге матур хыялым тормошҡа ашты.
Бала саҡта Зәйнәб Биишеваның бөтә әҫәрҙәрен дә яратып уҡыныҡ. Уның мауыҡтырғыс повесть-хикәйәләре, тетрәндергес трилогияһы менән таныш булмаған бер генә кеше лә юҡтыр Башҡортостанда. Шәхсән миңә Зәйнәб Абдулла ҡыҙының “Дуҫ булайыҡ” тигән повесының йоғонтоһо айырыуса ҙур булғандыр, сөнки, нәҡ шул әҫәрҙе уҡып, оло ижадҡа ынтылыш таптым, - тине ул тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Яҡташ шағирыбыҙ Зөфәр Вәлитов Зәйнәб Биишева менән тәүге тапҡыр осрашҡан, танышҡан мәлен мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
– Яҙыусыларҙың “Аҡлан” тигән ҡасабаһы була торғайны элек. Шунда минең ағайымдың да баҡсаһы бар ине. Уға ер ҡаҙырға ярҙам итергә тип мин дә барғайным бер мәл. Беҙ, ауылда тыуып үҫкәндәр, эшкә ҡояш менән бергә тороп өйрәнгәнбеҙ бит инде. Мин дә шулай күҙ яҡтырмаҫ элек тороп эшкә тотондом. Эй, ҡаҙам, эште көн ауғансы ыратҡы килә, артыма ла ҡарамайым. Бер мәл:”Етәр инде, хәлең бөтә бит, туҡта! Һин әллә “ҡыҙыл тәпәй”ме? Эшләүеңә ҡарағанда шулдыр тип торам, – ти бер апай. Ҡараһам, Зәйнәб апай тора. “Ҡыҙыл тәпәй” тип беҙҙең Күгәрсен халҡын әйтәләр, атай-әсәйҙәр элек шулай ти торғайны. Шулай танышып киттек, гел аралашып, һөйләшеп торҙоҡ, кәңәш һорап та барғылай торғайным уға, - тине Зөфәр ағай хәтирәләр ебен тағатып һәм райондаштарына бағышланған “Ҡыҙыл тәпәйлеләр” шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Сәрүәр Рәшит ҡыҙы ла:
– Тыуған яғыма һәр ваҡыт ашҡынып, елкенеп ҡайтам. Зәйнәб инәйҙең рухы шат булһын, уның исемен ҙурлап, ижадын хөрмәтләп, һүҙ оҫталары йыйылған төбәк, ысынлап та, бик күп әҙиптәр әйтмешләй, ижади Мәккә булып тора. Кемдәр генә килһә лә, йорт ишеге һәр ваҡыт асыҡ, йөҙөбөҙ алсаҡ, - тип ихлас тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте директоры урынбаҫары, нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева ла яҡташтарына баш ҡала сәләмдәрен күндерҙе, нәшриәт эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, музейға яңы китаптар ҡалдырҙы.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Ғилметдин улы ла БР яҙысылар союзының - 85, нәшриәттең 100 йыллығы уңайынан ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Шулай итеп, күренекле әҙибә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның исемендәге әҙәби премия быйыл тағы ла яңы исемдәр асты, ижадсыларҙың илһам ҡанаттарын нығытты.
Фото: Айгөл Айытҡолова.