Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраля 2020, 17:45

Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәр теркәлмәгән

Бының турала БР Хөкүмәтендә төҙөлгән һәм ҡурҡыныс сирҙе индереү һәм таратыуға ҡаршы төҙөлгән оператив штаб ултырышында әйтелде.


Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов һүҙҙәренә ҡарағанда Рәсәйҙә коронавирусты йоҡтороуҙың ике осрағы теркәлгән. Һүҙ Забайкалье һәм Төмән өлкәһе тураһында бара.
Башҡортостанда иһә был ҡурҡыныс ауырыуға бәйле эпидемиологик хәл даими күҙәтелә һәм санитар-карантин контролен көсәйтеүҙә махсус саралар күрһәтелә. Мәҫәлән, Өфө аэропортында Ҡытайҙан осоп килгән граждандар айырыуса ныҡ тикшерелә.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас