Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2020, 21:05

Үрсетмә өсөн ниндәй тупраҡ яҡшы?

Баҡсасыларға үрсетмәләр ултыртыу ваҡыты ла етте.

Йәшелсә үҫентеләре ултыртыу өсөн тупраҡ уңдырышлы булырға , һауа, дым еңел үтеп инергә тейеш. Үрсетмә ултыртыу өсөн сиҙәм тупрағы, торф, серетмә, минераль ашламалар ҡатнашмалары ҡулланыла.
Борос һәм помидор өсөн 1:1 нисбәтендә торф һәм серетмә кәрәк. Тупраҡҡа суперфосфат, калий тоҙо ҡатнаштырығыҙ.
Ҡыяр тупрағына серетмә, көл яҡшы. Тамыр өҙөлөүҙән зыян күргән йәшелсәләр – ҡыяр, ҡарбуз, ташҡабаҡты айырым һауыттарҙа, туҡлыҡлы кубиктарҙа , торфлы көршәктәргә ултыртығыҙ.
Петуниялар өсөн ҡом ҡушылған урман тупрағы һәйбәт. Уны органик һәм минераль ашламалар менән үҙегеҙ байыта алаһығыҙ.
Читайте нас в