Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2020, 19:20

«Мини - пицца» бутерброды

1 багет, 200г ыҫланған тауыҡ ите, 100-150 г сыр, 2 йомортҡа, помидор, зәйтүн емеше, йәшел тәмләткестәр кәрәк.

Багетты телемләп турарға һәм формаға теҙергә.
Йомортҡа һытырға, тоҙ, борос һалып, яҡшылап туғырға. Уға шаҡмаҡлап туралған ит, ҡырғыста ыуылған сыр һалырға.
Икмәк өҫтөнә ошо ҡатнашманы һалырға , өҫтөнә зәйтүн емешен , помидорҙы түңәрәкләп турап һалырға.
Бутерброттарҙы 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейестә 15-20 минут бешерергә ҡуйырға. Табынға йәшел тәмләткестәр менән биҙәп бирергә мөмкин.
Читайте нас в