РФ Дәүләт Думаһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар һәм Торлаҡ кодексына төҙәтмәләр индерергә ниәтләй. Документҡа ярашлы, торлаҡ йорттарҙа граждандарға төнгө 11-ҙән иртәнге 7-гә тиклем тауышланыу тыйыла. Тәртип боҙған өсөн физик шәхестәрҙән 5-50 мең, юридик шәхестәрҙән 50-150 мең һум күләмендә штраф түләттереү ҡаралған. Йорттың аҫҡы ҡатында урынлашҡан кафеның эше 90 көнгә тиклем туҡтатылыуы ихтимал.