Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраля 2020, 18:40

Өфө донъя юниорҙарын ҡабул итә

Өфөлә ике көндән юниор хоккейсылар араһында биш милләт-ара турниры башланасаҡ.

Унда АҠШ, Чехия, Финляндия һәм Швеция үҫмерҙәренең килеүе көтөлә. Рәсәй йыйылма командаһы составында йәш юлаевсыларҙан Семен Вязовой, Марк Андреев һәм Василий Шумилов ҡатнашасаҡ.
Шаршамбыла 15.00 сәғәттә АҠШ менән Чехия командаһы осрашһа, 19.00 сәғәттә Рәсәй юниорҙары менән Швеция командаһы сәкәләшәсәк.
6 февраль, 15.00. Швеция – АҠШ, 19.00. Рәсәй – Финляндия.
7 февраль, 15.00. Чехия – Швеция, 19.00. АҠШ – Финляндия.
8 вевраль, 15.00. Швеция – Финляндия, 19.00. Рәсәй – Чехия.
9 февраль, 15.00. Чехия – Финляндия, 19.00. Рәсәй – АҠШ.
Читайте нас