Яңыртылған мәғәниәт усағында VI Бөтә донъя фольклориадаһына киләсәк башҡарыусылар репетиция үткәрәсәк - Әбйәлил районы музыкаль этнофестивалдең бер майҙансығы буласаҡ. Әлегә бында өлкәндәр һәм балалар төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, концерттар үтә, фильмдар күрһәтелә. Быларҙың барыһы ла элек ҡулайлаштырылмаған бүлмәләрҙә уҙа торғайны. Хәҙер Асҡарҙа заманса, уңайлы һәм күп функциялы үҙәк барлыҡҡа килде. Унда өс театр студияһы, 36 халыҡ ансамбле, хатта цирк студияһы ла бар. Йыл һайын үткән "Байыҡ" халыҡ бейеүҙәре башҡарыусылары конкурсында Әбйәлил артистары 13-сө йыл рәттән төрлө номинацияла Гран-при яулай.
"Так держать, аскаровцы! А наша задача – поддерживать талантливых земляков, ведь развитие культуры в наших городах и районах для нас - приоритетное направление", - тигән яҙмаһында Радий Фәрит улы.
Фото: Т.Аманов