"Иман ул дин генә түгел, йәшәү рәүеше. Һәм мәңгелек ҡиммәттәр кешегә бала саҡтан һалынырға тейеш :үҙеңдән ололарға хөрмәт менән ҡарау, кеселәрҙе йәберләмәү, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу, хатта беҙҙе һыйындырған, туйындырған тәбиғәткә ҡарата хәстәр, насар ғәҙәттәрҙән тыйылып, сәләмәт, матур тормош алып барыуҙа. Иман үҙе эсенә динде лә, аҡылды ла, тыйнаҡлыҡты ла, сабырлыҡты ла ала.
Ауыл мәсетендә үҫмерҙәр, балалар, йәш әсәләр менән ошондай темаларға һөйләшеүҙәр үтеп тора. Балалар мәсеткә ихлас күңелдән йөрөйҙәр, хәҙистәр тыңлап, тормошта кәрәкле мәғлүмәттәр алып, күңелдәрен сафлап ҡайталар.
Йома көн «Әхирәттәр» клубы ағзалары мәсеткә осрашыуға йыйылдылар. Мәсетебеҙҙең имам хатибы осрашыу барышында сәләмәт тормош алып барыуҙа, эскелек кеүек насар ғәҙәттәргә ҡаршы күмәкләп, бергәләп көрәшергә саҡырҙы, әүҙем, берҙәм булырға өндәне.
Артабан улар алдағы көндәргә пландар менән танышты һәм йәштәр мҽнән ололар араһында бәйләнҽште нығытырға һөйләште".