Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраля 2020, 14:58

Бүреләр!

Тыныс ҡына эш менән булып ултырғанда ауылда йәшәгән туғаным шылтыратып, ауыл янында бер өйөр сит яҡтан килгән аттар йөрөй һәм Бөрйән яғынан бүреләр өйөрө килә, тиҙәр, тип ҡотто алды.

Был хәбәрҙең ысынмы-бушмы икәнен белеп тә өлгөрмәнем, ватсап аша төрлө кешеләрҙән бер нисә видео ла килеп етте.
"Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенән рәсми хәбәр бар: Бөрйән районы яғынан бүреләрҙең ҙур өйөрө хәрәкәт итә. Бер-берегеҙҙе иҫкәртегеҙ, балаларҙы айырым урамға сығармағыҙ, балыҡ тоторға йөрөмәй тороғоҙ", тиелгән яҙма ла бар ине араларында.
Был хәбәр дөрөҫмө-юҡмы инде, ә шулай ҙа һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлай...
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас