Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Января 2020, 14:02

Руль артында эпилепсия өйәнәге башланған.

Баш ҡаланың үҙәк урамдарының береһендә була был ваҡиға.

Тәүҙә KIA автомобиле ҡаршы һыҙатҡа сыға, аҙаҡ юл ситендәге көрткә барып сума. Ярай ул ваҡытта машиналар һирәк булып, юл фажиғәһе булмай ҡала. Суд приставы булып эшләүсе Вячеслав Тарзимин (ваҡиға Совет районы суд бинаһы янында була) был хәлде күреп, KIA машинаһы янына бара һәм рул артында оло йәштәге ирҙе күрә. Тәү ҡараштан уҡ уның һаулығы шәптән түгеллеген аңлап ашығыс ярҙам саҡырта, ЮХХИ хеҙмәткәре менән бергә шоферҙы тышҡа сығарып, тәүге ярҙам күрһәтә.
Асыҡланыуынса, шоферҙың руль артында эпилепсия өйәнәге башланған була.
Читайте нас