Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Января 2020, 11:27

Бөгөн Рәсәйҙә тәүге"Макдоналдс" асылған көн

Яңы ризыҡ тәмләргә теләүселәрҙән теҙелгән ярты километрлыҡ сират тарихҡа инеп ҡалған.


1990 йылдың 31 ғинуарында Мәскәү ҡалаһында, илдә тәүге булып, "Макдоналдс" ишектәрен аса. Иң тәүге клиенттар балалар йорто тәрбиәләнеүселәре була. Уларҙы махсус рәүештә автобустар менән алып киләләр. Бер көн эсендә 5 мең самаһы кеше хеҙмәтләндерелә.
Халыҡтың күбеһе бер тапҡыр ҡуллана торған ҡалаҡ, сәнске, стакан кеүек һауыт-һабаны, хатта фри картуфы һалынған ҡағыҙ тоҡсайҙы ла үҙе менән ала - иҫтәлеккә!


Улпйылда бургер хаҡы ни бары өс тәңкә була. Әйткәндәй, юбилейға ҡарата, уны бөгөн дә ошо хаҡ менән һатырға тигән маҡсат, коронавирус арҡаһында тормошҡа ашманы. Тиҙ туҡланыу селтәренең Рәсәйҙәге вәкиллеге белдереүенсә, эпидемия баҫылғандан һуң, "Өс һумға - Биг Мак" проектын мотлаҡ башҡарасаҡтар - көнө буйы бургер элекке хаҡ менән һатыласаҡ.
Читайте нас