-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2020, 16:35

ҠАЙМАҠЛЫ БӘЛЕШ

Ял көндәрендә был тәмле бәлеште бешереп, яҡындарыбыҙҙы һыйлайыҡ, хужабикәләр!

1 ҡап бүлмә температураһында йомшартылған аҡ майға 1 йомортҡа, ярты стакан шәкәр ҡомо, 300 грамм он, 1 ҡап ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) ҡушып, ҡамыр баҫырға. Уны табаға йәйеп һалып, йәймәнең ситтәрен күтәрергә һәм шыйыҡ эслекте һалырға.
Эслек өсөн 4 йомортҡаны 6 ҡалаҡ шәкәр менән күпертергә. Бер стакан 20 процентлы ҡала ҡаймағы , 2 ҡап эремсекле сырок , туңдырылған еләк-емеш(иретелгән булырға тейеш) һалырға. Ҡыҙыу мейестә 40 минут бешерергә. Ҡул аҫтында сырок булмағанда, эслек шыйыҡ килеп сыҡһа, бер ҡалаҡ он һалырға мөмкин.