Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар 2020, 15:14

Туй бумы көтөлә...

Йәки, бәхетле ғаиләгә һандар йоғонто яһаймы?

2020 йылдың 20 февралендә никах теркәргә теләүселәр һаны Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта донъяла көндән көн арта. Әлеге ваҡытта республика ЗАГС-тарына ошо көндә никах теркәү өсөн 362 ғариза бирелгән. Шуларҙың 99-ы – Өфөлә. Был дата кесе йомаға тура килә, әммә туй уҙғарырға теләүселәр аҙна уртаһына ҡарамай.

Өйләнешеүселәр никахҡа инеү өсөн ошондай көндәрҙе алдан һайлай, матур һандарҙың тура килеүе бәхет нигеҙе булырына ышана. Тағы ла ҡайһы бер парҙар 20 пар ҡунаҡ саҡыра, 20 раузанан гөлләмә эшләй, 20 ынйынан биҙәлгән биҙәүес ала, ә Эстонияла йәшәүсе Кетрин исемле буласаҡ кәләш 20 метрлыҡ фатаға заказ биргән. Ләкин психологтар календарь даталарына түгел, ә бер-береңдең хис-тойғоларына иғтибарлыраҡ булырға кәңәш бирә, сөнки бәхетле һәм ныҡлы ғаиләнең нигеҙе — мөхәббәт, ихтирам, түҙемлек.
Шуға ҡарамаҫтан, ЗАГС-тар был көндә лә, унан һуң килгән шәмбелә – 2020 йылдың 22 февралендә өйләнешергә теләүселәрҙе теркәргә әҙерләнә.
Читайте нас: