Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Января 2020, 14:45

Кемдәр улар Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаттары?

Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия тураһындағы положениеға ярашлы һәм комиссия ултырышының 2020 йылдың 24 ғинуарындағы ҡарары нигеҙендә Күгәрсен районы хакимиәте ҡарар ҡабул итте.

2019 йыл өсөн халыҡ яҙыусыһы исемендәге премия лауреаттары түбәндәгеләр:
Рәзилә Ҡотлогилдина, Мәләүез ҡала китапханаһының беренсе филиалы – М.Буранғолов исемендәге китапхананың башҡорт әҙәбиәте менән эшләү буйынса әйҙәүсе китапханасыһы – Зәйнәб Биишеваның исемен һәм ижадын популярлаштырғаны һәм пропагандалағаны;
Рәис Ҡунаҡбаев, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы – халыҡ яҙыусыһының исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергәне;
Вәғиз Мәғизов, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы – З.Биишеваның традицияларын дауам итеүсе ижад емештәре өсөн.
Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ. Йола буйынса бүләкләү тантанаһы шәхестең тыуған яғында үтә.
Фото: "Мораҙым" гәзитенән.
Читайте нас