Пенсионер бала сағында үҙе етемлек һурпаһын күп татыған. Бөгөн ул ата-әсә наҙынан мәрхүм балаларға бүләктәр тапшырырға ярата. Урамда баянда уйнап, уйынсыҡтар өсөн аҡса эшләй. Сөнки ҙур булмаған пенсия уларға етмәй.
Ҡартты күп йыллыҡ хәйриәлеге өсөн бихисап грамоталар менән бүләкләгәндәр. Бөгөн Юрий Ивановтың фатиры уйынсыҡтар менән тулған, сөнки балалар йортонда карантин оҙаҡҡа һуҙылған: сит кешегә унда инеү тыйыла.