Полиция хеҙмәткәрҙәре ришүәт алыуҙа, вазифалары менән саманан тыш файҙаланыуҙа ғәйепләнә.
Ике элекке оператив дежурныйҙар, дежур сменаның начальнигы һәм участка уполномоченныйы 2016 һәм 2017 йылдарҙа, мәйет табылған осраҡта, WhatsAрр аша ритуаль салон директорына уларҙың адресын хәбәр иткән. Бер шундай хәбәр 500-ҙән алып 1 мең һумға тиклем баһаланған, аҡсалар банк картаһына күсерелгән, тип белдерә БР буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте.