Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Января 2020, 16:28

Сәғиҙулла Байегет сит ил машинаһы бүләк итә!

Был алдаҡ түгел! Ул бәхетле кеше һин дә булыуың бар!

9 апрелдә, "Башҡортостан" дәүләт концерт залында популяр йырсы, шоу-мен, ҡурайсы һәм актер Сәғиҙулла Байегетовтың ҙур концерты була. Был уңайҙан ул тамашасылар араһынан тик берәүгә генә сит ил машинаһы бүләк итә.
Шарттар ябай: йырсының Инстаграмм сайтындағы битенә инергә, ошо бүләк тураһындағы яҙмаһын табырға, яҙылырға һәм ҡатнашам тигән яҙма ҡалдырырға. Конкурста фейк булмаған асыҡ биттәр генә ҡатнаша ала. Йырсы иһә әлегә сит ил машинаһын алырға бағыусылар эҙләй, яңы йырҙар яҙҙыра, концерт программаһын уйлай.
Фото йырсының шәхси диуарынан алынды.
Читайте нас