Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Января 2020, 06:30

Һәр поликлиника шундай буласаҡ

Барығыҙ ҙа ишеткәндер, беҙҙә "Һаҡсыл поликлиника" тигән төшөнсә барлыҡҡа килде лә, һәр поликлиникаға шундай статус бирергә әҙерлек башланды. Быйыл, мәҫәлән, бөтә балалар поликлиникаһын һаҡсыл итәсәктәр.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, медицина учреждениеларын кешеләргә уңайлы итеү өсөн күп эш башҡарыла. Барлыҡ саралар "Демография" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы алып барыла.
Балалар поликлиникаларын һаҡсыл статусына күсереү атай-әсәйҙәрҙең дә, бәләкәстәрҙең дә ваҡытын экономиялай, нервыларын һаҡлай, ти белгестәр үҙҙәре.
"Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш" төбәк проекты буйынса медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу дауам итәсәк. "Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш" проектына ярашлы, онкодиспансерға, дүрт яңы онкология ярҙамы күрһәтеү үҙәгенә лә юғары технологиялы аппараттар алынасаҡ.
Быйыл шулай уҡ медперсоналды автоматлаштырылған эш урыны менән тәьмин итеү, ФАП-тарға заманса ҡорамалдар алыу ҙа дауам итәсәк.

Фото:ufaved.info.
Читайте нас