Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Января 2020, 08:36

Ир уҙаманын матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн, 29 ғинуарҙа, күренекле шағир, яҙыусы, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбай (Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбай) ғүмер байрамын – 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй!


Ижадының һәр һөйләмендә халҡыбыҙға ҡарата тәрән һөйөү йәшәгән, әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереү өсөн бөтә көсөн һалған рухлы милләттәшебеҙҙе тыуған көнө менән тәбрикләйбеҙ һәм уға Ағиҙел йылғаһылай оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә именлеге һәм бәхете, артабан да ижади үрҙәр теләйбеҙ!
Белешмә:
Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев 1960 йылдың 29 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуған. Буранбай башланғыс, Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ, Беренсе Этҡол урта мәктәбендә белем ала. Уҡыуын тамамлағандан һуң колхозда чабан, кочегар булып эшләй.
1980 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге БДПУ) уҡырға инә, уға тиклем Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡып ала.

1985 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, Баймаҡ районының «Октябрь байрағы» («Һаҡмар») гәзитендә эшләй. 1986—1988 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Төрлө йылдарҙа «Ағиҙел», «Шоңҡар» журналдарында, «Киске Өфө» гәзите редакцияһында, Башҡортостан радиоһында һәм телевидениеһында эшләй, Магнитогорск телестудияһында башҡорт редакцияһын ойоштороуҙа ҡатнаша.
Китаптары: «Яҙым килде», «Хәнйәр», «Буранбайҙың яҙған хатын уҡып», «Һағыныу», «Сәхрә», «Үрелеп алған алма», «Боронғо башҡорт», «Ышаныс», «Хәҙрәтебеҙ», «Мин айыҡ тормош башланым», «Атаһына оҡшаған ҡыҙ».
Фото: Юлай Кәримов
Читайте нас