Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2020, 15:55

Дөгө менән эремсектән запеканка

Запеканка өсөн 0,5 стакан дөгө, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 2 йомортҡа ағы, аҡ май, 150-200 гр эремсек, манный ярмаһы йәки сухари вағы кәрәк.

0,5 стакан дөгө, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 2 йомортҡа ағы, аҡ май, 150-200 гр эремсек, манный ярмаһы йәки сухари вағы. Дөгөнө бүрттереп, һалҡын һыуҙа сайҡатырға. Запеканка бешерәһе формаларҙы аҡмай менән майлап, манный йәки сухари вағы һибергә. Айырым һауытта эремсек, шәкәр ҡомы һәм дөгөнө болғатырға. Һалҡында торган йомортҡаның ағын алып, миксер ярҙамында тоҙ һалып күпертергә. Уны әҙ-әҙләп алда яһаған ҡатнашмаға һалырға. Әҙер массаны формаларға тултырырға һәм духовкала 25-30 минут тотарға.
Читайте нас в