Был проект алты этаптан тора. Тәүге өс этабында 13,88 км газ селтәре төҙөлгән.
Бөгөн Бәләкәй Учалы микрорайонында йорттар газға тоташтырылды ла инде. Микрорайонда 260-тан ашыуыраҡ хужалыҡ иҫәпләнә. Был участкала газ үткәргестең оҙонлоғо – 5,9 км, эштәрҙе Туймазынан «Центрснаб» йәмғиәте башҡарған.
2020-2021 йылдарға дүртенсе этапты тормошҡа ашырыу планлаштырыла: ауылдың иң ҙур - Үҙәк өлөшө һәм Көнсығыш, Көньяҡ-Көнсығыш микрорайондарына газ үткәреләсәк.
Фото: Учалы районы хакимиәте.