Алты кеше күңелле генә табын ҡороп ебәрә. Тик эскелек алама нимә бит - ҡунаҡтар араһында бәхәс сыға. Ҡыҙмаса булып алған ҡунаҡтар аңды-тоңдо ҡарап тормай, 33 йәшлек ирҙе туҡмай. Яңауылдан килгән ҡунаҡ тәүҙә үпкәләп сығып китә. Бер аҙҙан ул үс алмаҡ булып кире табын барған фатирға килә һәм туҡмаусыларҙың береһенә сәнсә. "Юл ыңғай" янындағы ҡатынды ла яраларға өлгөрә. Ир шунда уҡ йән бирә, ҡатын да дауаханала иҫенә килә алмай үлә. Яңауыл ҡунағы ҡулға алынған.