Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Января 2020, 11:52

Хуш, "Победа"...

Өфөнөң данлыҡлы кинотеатры башҡаса фильмдар күрһәтмәйәсәк.

Был бинаны 1948 йылда әсиргә төшкән немец һалдаттары төҙөй. Бөгөнгө көндә ул ҡаланың архитектура ҡомартҡыһы булып һанала. Кинотеатр 2017 йылда, хужаһы Константин Воронцов бурыстары арҡаһында банкрот тип иғлан ителгәс, ябыла. 2018 йылда бина ҡала фондына бирелә.
Өфөлөләр уның мәҙәниәт ойошмаһы булараҡ эшләүен һорап ҡултамғалар йыйғас, ҡала хакимиәте музыка мәктәбе итергә ҡарар итте. Бөгөнгө көндән унда төҙөкләндереү эштәре башлана.
Фото ҡала сайтынан алынды.
Читайте нас