Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Января 2020, 07:05

Водитель таныҡлығы булмаһа ла йөрөгән

Республикабыҙҙың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре руль артында үҙен сәйер тотҡан йәш кешегә иғтибар итә.

Водителде Өфөнөң Николай Дмитриев урамында туҡтаталар. Документтарҙы тикшергән ваҡытта руль артында ултырыусының бер ҡасан да водитель таныҡлығы булмауы асыҡлана.
Хәҙер хоҡуҡ боҙоусыға 5 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф янай. Уның машинаһы махсус туҡталҡаға оҙатылған.
Фото: БЮТ
Читайте нас