Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Января 2020, 10:29

Табындар йәмле бәлеш менән!

Йәйләү халҡы быны яҡшы белә!

"Айыҡ ауыл" конкурсының республика кимәлендә ҡатнашыусыһы, Татарстан яғынан килеүсе һәр юлсыны ихлас ҡаршы алып торған Йәйләү ауылы тураһында хәҙер һәр кем белә, тиһәк алдау булмаҫ. Илеш районында урынлашҡан был кескәй генә ауыл үҙенең әүҙе һәм сәләмәт тормош алып барыуы менән башҡаларға өлгө булып тора.
Үткән ялдарҙа Йәйләү халҡы бергәләшеп Бәлеш байрамы үткәрҙе. Ауылдың ҡунаҡсыл ғаиләһе - Азалия һәм Айҙар Ғәлимовтар ауылдаштарын үҙ йортона йыйҙы. Ә ҡунаҡтар буш ҡул килмәне: сәк-сәк, бауырһаҡ, тәбикмәк, ҡоймаҡ, ҡыҫтыбый, бәрәмәс һәм башҡалар! Шулай ҙа табынды биҙәүсе төп ризыҡ - бәлеш булды был көндө.
"Бәлеш - башҡорт һәм татар халҡының милли ризығы. Беҙ бергәләп ауыл ҡатындары менән нисә төрлө бәлеш бешереп була икәнлеген иҫебеҙгә төшөрҙөк. Ә табында ҡаҙ, тауыҡ, тана иттәренән, ҡабаҡтан һәм төрлө емеш-еләктәрҙән бәлеш булды. Иҫерткес эсемлектәрһеҙ ҙә бик күңелле итеп, йырлап-бейеп, уйындар уйнап ҡунаҡ булдыҡ. Дүрт самауыр сәй эстек!" - тип хәбәр итә сараны ойоштороусыларҙың береһе Мәрйәм Шәмсиева.
Читайте нас