+21 °С
Ясно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Января 2020, 16:28
Янғындар...
Тәүлек эсендә республикала 15 янғын сыҡҡан (уларҙың 13-ө - торлаҡтарҙа), биш кеше һәләк булған, шул иҫәптән бер баланың ғүмере өҙөлгән.
Учалыла үткән аҙнала өс янғын теркәлгән: ҡала янындағы баҡса йорто янған, рудникта - мунса, ә бөгөн Учалы ауылында гараж, автомобиль, мунса янып, күрше йорттоң түбәһен дә ялҡын ялмаған.
Янғындарҙың төп сәбәбе - мейестәрҙең, йылытыу приборҙарының төҙөк булмауы, тәмәке тартыу.
Янғындар күпселектә кисен һәм төндә башлана, ял көндәрендә йыш ҡына мунсалар яна.
Бәлә сыҡмаһын өсөн мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай, иҫке электр сымдарын ваҡытында алыштырырға кәрәк. Оло йәштәге туғандарығыҙҙың хәлен даими белешеп тороғоҙ, балалар шырпы-фәлән менән уйнамаһын.
Янғын тураһында өй телефонынан – 01, кеҫә телефонынан - 101 номерына шылтыратырға, берҙәм номер – 112.
Фото: ВК-нан.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"