Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Января 2020, 07:35

Биш уйын алдыра алмай йонсой...

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккейсылары Өфөлә “Барыҫ” командаһын ҡабул итәсәк.

Ҡаҙағстан клубы быйыл уңышлы сығышы менән Көнбайыш конференцияһының лидерҙар төркөмөнә һыйынды. Улар юғарыла килгән “Аҡ барс” һәм “Авангард” уйынсыларынан биш мәрәйгә ҡалыша. Юлаевсылар иһә “Металлург” менән 55-әр мәрәй яулап, етенсе-һигеҙенсе урындарҙы бүлешә. Быйылғы миҙгелдә улар биш тапҡыр сәкәләшеп өлгөрҙө һәм бишеһендә лә өҫтөнлөк “Барыҫ” яғында булды. Өс бәйгелә улар юлаевсыларҙы өҫтәмә һәм буллит серияһында отһа, икеһендә төп ваҡытта еңә. Бөгөн хужалар насар традицияны боҙоп, моғайын ҡугаҡтарҙы еңер тип ышанғы килә, сөнки Цулыгиндың командаһына мәрәй, һыу һымаҡ кәрәк.
Фото:ТАСС
Читайте нас