Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән икенсе класс уҡыусыһы Вадим Төхвәтуллин баянда бик матур итеп уйнай. Шоуҙа ул Николай Басков, Егор Крид, Барских йырҙарынан попурри башҡарҙы.
Вадимдың ата-әсәһе һөйләүенсә, үтә шуҡ, тик ултырырға яратмаған улдарын түҙемлерәк булырға өйрәтеү өсөн уға биш йәшендә баян алып биргәндәр. Ярты йылдан ул музыкаль конкурстарҙа сығыш яһай башлаған.
Шоу әлегә эфирға сыҡмаған, продюсерҙар уны алдағы өс аҙнала күрһәтергә вәғәҙәләй. Әйткәндәй, ике көн элек Учалынан дүрт йәшлек Роман Мөслимов билдәле булғайны. Ул «Лучше всех» шоуында «Бородино» шиғырын яттан һөйләп күрһәтте.