+17 °С
Ясно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Января 2020, 06:24
Мөрсәлимдәрҙең шатлығы
Салауат районының Мөрсәлим ауылы халҡы хәҙер бөтә мәҙәни сараны, йыйылышты яҡты, матур, йылы мәҙәниәт һарайында ойошторасаҡ. Ауылда - яңы клуб!
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡыйғы районынан ҡайтышлай бында инеп, бина менән танышып сыҡты инде. Мәҙәниәт йорто кисә асылды.
Унда 200 урынға иҫәпләнгән тамашалар залы бар, заманса музыка, яҡтылыҡ ҡорамалдары ла ҡуйылған, тауыш йәһәтенән дә шәп. Клубта китапхана, түңәрәктәр өсөн бүлмәләр ҙә бүленгән.
Яңы бина "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы һалынды. Бығаса мәҙәниәт усағы 1895 йылда төҙөлгән иҫке объекттан ғибәрәт ине.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"