Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Января 2020, 06:54

Рәмил Шәмсетдиновтың адвокаттары енәйәт эшен асыуҙарын талап итә

Рәмил Шәмсетдиновтың енәйәт эше йәшерен алып барыла.

Адвокаттарҙың береһе Руслан Нагиев, тәфтиште йәшерен алып барыр өсөн бер сәбәп тә юҡ, тип иҫәпләй: "Барыбер ул эште судта канцелярия хеҙмәткәрҙәре, судья ярҙамсылары, адвокаттар күргән".
Адвокаттар ошо йәһәттән прокуратураға ғариза яҙған.
Руслан Нагиевтың һүҙе буйынса, сикләүҙәрҙе улар, адвокаттар, эшкә тотонғандан һуң индергәндәр.
Әйткәндәй, Шәмсетдиновҡа адвокаттарҙы - Ҡазандан Руслан Нагиев менән Һарытауҙан Рауил Тугушевты - Рамзан Ҡадировтың адвокаты Сади-Магомед Чапанов табырға ярҙам иткән.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас