Шуның кеүек, республикала, илдә, донъяла барған үҙгәрештәр, яңылыҡтар, кисерештәр, бер һүҙ менән әйткәндә, барлыҡ мәғлүмәт, теләйме ул, юҡмы – һәр кемдең мейеһенә эләгә бара. Кеше, теләһә-теләмәһә лә, ошо мәғлүмәттәрҙе анализлай. Берәүҙәр ҡарашын күршеһе менән уртаҡлаша, икенселәр аш мәлендә ғаиләһенә һөйләй. өсөнсөләре эштәге ҡыҫҡа ял ваҡытында коллегалары менән бүлешә. Халыҡ фекер алыша, кем дөрөҫ, кем яңылыш уйлай – бәхәстәр ҙә ҡубып китә. “Юлдаш” радиоһы ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлегенең төп проекттарының береһе – “Асыҡ студия” ошондай бәхәс тыуҙырырлыҡ, халыҡтың көнкүрешенә, ғаиләһенә, бөгөнгө хәленә, киләсәк тормошона ҡағылған темаларҙы уртаға һалып һөйләшеүгә алып сыға. Ошо фекер алышыуҙа төрлө өлкә буйынса эксперттар, яуаплы чиновниктар, депутаттар ҙа, коллега журналистар, ябай хеҙмәт эйәләре лә ҡатнаша. Темалар күп һәм төрлө яҡлы. Донъя үҙе шундай талап ҡуя. Милли-мәҙәни өлкәнән алып ауыл хужалығы, иҡтисадтың төрлө тармағы, социаль-ижтимағи тормош, иҡтисади мәлдәр – һәммәһе лә “Асыҡ студия”ла сағылыш таба килә. 2020 йылда ла шулай булыр. Тапшырыуҙы эш көндәрендә киске сәғәт 7-се 15 минутта тыңлағыҙ. Тура эфир телефоны – 285-77-85, ватсап һандары – 8-937-167-54-66. Студия эшендә һеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ. Беҙ бергә!