РЕН ТВ хәбәр итеүенсә, хоҡуҡ һаҡсыларына бер ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул 13 ғинуарҙа Өфөгә 15 тонна сәй алып барыуға килешеү төҙөүе хаҡында хәбәр итә. Йөк ташыу менән шөғөлләнеүсе компания «МАЗ» машинаһында республиканың баш ҡалаһына 1,2 мең ҡап сәй килтерергә тейеш булған. Әммә әлегәсә йөк килеп етмәгән. Ҡатын күргән зыянды 3,3 млн һумға баһалай.