"Ғүмер ҡоралым – ҡурай" тип аталған концертта Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рушан Биктимеров үҙенең 25 йыллыҡ ижадына бер аҙ байҡау яһаясаҡ. Башҡорт халыҡ көйҙәре, эстрада композициялары, лирик моңдар яңғыраясаҡ.
Виртуоз ҡурайсы менән бергә Радик Вәлмөхәмәтов, Хәлит Фәтихов, Фатима Хәйретдинова, "Орлан" джаз ансамбле, Әбйәлил районынан "Миләш" халыҡ фольклор һәм "Йәшлек" бейеү ансамбле сығыш яһаясаҡ. Концерттың режиссеры - Сулпан Асҡарова.