Ҡадир Даяндың "Таңсулпан" пьессаһы буйынса ҡуйылған "Гөлбостан" спектакленең режиссеры Айрат Әбүшаһманов, рәссамы Альберт Нестеров. Был ике билдәле театр әһеленең үҙенсәлекле эштәре театр һөйөүселәргә яҡшы таныш. Был юлы ла улар тамашасыларҙы шаҡ ҡатырҙы. Беренсенән, пьессала ваҡиғалар боронғо башҡорт ерҙәрендә барһа, спектаклдә сәнәғәт комбинатында бара кеүек. Тағы ла, боронғо милли кемдәрҙе яңлайышһыҙ туҡымалар, полиэтилен күлдәктәр алыштыра. Төп ролде уйнауса Гөлназ Хайсарова ла Таңсулпан түгел, Гөлбостан тип атала!