Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Января 2020, 12:45

Рәхим ит, беҙҙең донъяға “альфа-бәләкәс”!

“Z (зет) быуыны”. Ошо төшөнсә тураһында йыш ишетәбеҙ. Кемдәр улар, ҡайҙа йәшәйҙәр? Яуап ҡыҙыҡ: беҙҙең арала.

Улар:
“Merriam-Webster” һүҙлеге буйынса – 1990–2000 йылдар арауығында, “Pew” тикшеренеүҙәр үҙәге аңлатыуынса – 1997–2012 йылдарҙа, “RuGenerations” Рәсәй компанияһы мәғлүмәттәренә ярашлы – 2003–2024 йылдарҙа тыуған һәм тыуасаҡ балалар.
Уларҙы ”центениалдар” (инглизсә йөҙ йыллыҡ тигәнде аңлата), “digital natives” (“цифрлы аборигендар”, ингл.), ”зумерҙар” тип тә йөрөтәләр.
“Z быуыны”нан һуң кемдәр тыуасаҡ? Әллә тыуғандары ла бармы? Австралия ғалимы Марк МакКриндл ҡушҡанса, беҙгә “альфалар” килә башланы. Йәғни, 2010 йылдан һуң тыуғандарҙы тап шулай атайҙар. Бындай балаларҙың иң ҙурҙарына быйыл саҡ 10 йәш тула, шуға ла улар хаҡында артыҡ мәғлүмәт юҡ тиерлек.
“Центениалдар” иһә бер аҙ “таныш”: интернетһыҙ, телефонһыҙ (смартфонһыҙ тиһәк, дөрөҫөрәк), социаль селтәрҙәрһеҙ йәшәй алмайҙар. Күбеһенсә “өй тауыҡтары”. Депрессияға, стресҡа тиҙ бирешеүсәндәр. Шуғамы икән, һаулыҡтары тураһында уйланалар, хатта күбеһенең телефонында сәләмәт тормошҡа бәйле ҡушымталары ла бар, имеш.
Бер “зет вәкиле” һөйләгән: “Беҙ күп нәиәне һүрәт формаһында еңел ҡабул итәбеҙ, йәғни фото текстан яҡшыраҡ. Текст ни тиклем ҡыҫҡа булһа, шулай уңайлы. Беҙгә бер нәмәлә оҙаҡ “ҡалыу” еңел түгел...”
Уларҙың күбеһе социаль селтәрҙәрҙә үҙ бизнесын ҡорғоһо килә. YouTube каналында ҡыҙыҡлы контент булдырһаң, билдәлелек яулайһың, тигән ышаныстары бар.
“Альфалар”ға (ни өсөн ошо атамамы? Яуап ябай: латин алфавитында “буш” хәрефтәр бөткән дә, гректыҡына күскәндәр) үрҙә телгә алған МакКриндл башҡа бер билдә таға: “быяла быуыны”. Сөнки уларға тыуғас та, имеҙлек урынына тиерлек мониторлы аппараттар тәҡдим ителә: телефон, ноутбук, компьютер, телевизор, электрон китапсыҡ... Был балалар яһалма интеллект, роботтар, “аҡыллы” уйынсыҡтар менән үҫәсәк.
Фаразлауҙарынса, “быяла быуын”дың ғүмере оҙон буласаҡ (бирһен Аллаһ!). Ни өсөн тигәндә, улар үҙҙәре сәләмәтлектәрен бик ҡарясаҡ, экология проблемаларына бәйле борсоласаҡ.
“Лего” (LEGO) тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәргә ярашлы, улар йыһан мәсьәләләре менән әле үк ҡыҙыҡһына (айырыуса Ҡытайҙа, АҠШ-та, Британияла). Тик күптәре әлеге лә баяғы YouTube (ютуб) каналында блогер булырға теләй.
“Альфа”ларҙан һуң Ергә “бета” менән ”гамма”лар тыуасағын аңлағанһығыҙҙыр. Әммә уға тиклем ваҡыт бар әле. Бөгөн “йәшел ут” – “быяла быуыны” – ”альфа”ларға!
Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһен барығыҙ ҙа ишеттегеҙме? Бөгөн социаль селтәрҙәр Путиндың демографияны яҡшыртыуға бәйле ҡушҡан эштәре хаҡында хәбәрҙәр менән тулды. Тимәк, тиҙҙән “альфа-бум”?!
Фото: Автор фотоһы.
Читайте нас