Республикала урыны менән епшек ҡар, урыны менән ҡарлы-боҙло ямғырҙар яуасаҡ.
Буран былай ҙа тайғаҡ юлдарға көрт тә һаласаҡ.
Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан иҫәсәк, уның тиҙлеге - 8-13 м/с, төндә - 15-20 м/с.
Һауа температураһы төндә 0,-5°, көндөҙ +2,-3°.
Ҡар һырынтыларынан, боҙлауыҡтан тыш, юлдарҙа күреү мөмкинлеге лә 500 метрғаса кәмей.
Водителдәр, бик һаҡ булығыҙ инде!
Һауа шарттарын иҫәпкә алып, юл инспекторҙары ла водителдәрҙе тиҙлек режимын арттырмаҫҡа, юл йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.