Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Января 2020, 10:35

Данлыҡлы биатлонсы Рәсәй биатлонын яманланы

Данлыҡлы СССР биатлонсыһы, дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Александр Тихонов уҙған ярыштағы һөҙөмтәне күҙ уңында тотоп, әлеге биатлон етәкселеген пыран-зыран килтерҙе.

«Аптырайым… Ҡайҙа бара беҙҙең биатлон? Мин етәксе булғанда, спортсылар 24 алтын, 27 көмөш һәм 12 бронза миҙал яуланы. Миндәге ишәктәр ат һымаҡ йүгерҙе. «Йондоҙ»ҙар булманы, ә беҙ еңдек. Ә хәҙер нимә?.. Федерация етәксеһе – болван, Губерниев - бөтөрөүсе», тине бөйөк спортсы Sport24 корреспонденты менән әңгәмәһендә.
Кисә башланған Донъя кубогының бишенсе этабында Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары спринт бәйгеһендә хатта 30 көслө спортсы исемлегенә лә инә алманы. Бөгөн ир-аттар шул уҡ дистанцияла көс һынашасаҡ.
Фото:ТАСС
Читайте нас