Быға тиклем беҙҙең уйынсылар Төмәндә урындағы «Тюменский легион» клубын ике рәт еңеп ҡайтҡайны. Әлеге ваҡытта улар 48 уйындан һуң 76 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында беренсе урынды биләй. Икенсе урында килгән «Омские ястребы» командаһы беҙҙекеләрҙән биш мәрәйгә ҡалыша. «Ирбис» иһә 64 мәрәй менән дүртенсе.