Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Января 2020, 09:55

Тиҙҙән Өфөлә ҙур һәйкәл ҡалҡасаҡ

Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын киң билдәләйбеҙ. Иң ҙур иғтибар, әлбиттә, тере ветерандарға булырға тейеш. Һуғыш йылдарында тылда ауыр хеҙмәтте башҡарыусы ололарға ла. Улар беҙҙең арала һирәгәйгәндән-һирәгәйә. Ә байрам саралары бик күп. Мәҫәлән, һәйкәлдәр ҙә ҡуйыласаҡ.

Шуларҙың береһе Өфөнөң тимер юл вокзалы биләмәһендә булыр, моғайын. Ул һуғышҡа китеүселәргә арнала.
БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров белдереүенсә, һәйкәл, беҙҙең республиканың күп милләтлелеген иҫәпкә алып, төрлө халыҡ кейеме кейгән ете һындан ғибәрәт буласаҡ.
Бынан тыш, монументта нимә яҙыласағы, тағы ла ниндәй һын-һүрәттәр буласағы - барыһы ла төплө уйланасаҡ.
Бронза һәйкәл тирәһе лә матурланасаҡ, әлбиттә. Ҡарап һоҡланыр, иҫләр, хәтерләр, белер өсөн бит таш һындар.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас