Уға ярашлы, хәҙер өс һәм унан да күберәк бала, инвалид бала тәрбиәләүселәргә шәхси төҙөлөш өсөн ер урынына 250 мең һум күләмендә компенсация биреләсәк. Был ҡала- райондарҙа льготаға эйә булыусыларға ер участкалары етмәүе менән бәйле. Бындай мөмкинлекте граждандар үҙ теләге менән һайлай ала. Сөнки күптәр ерҙе һатыу маҡсаты менән генә ала.