Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Января 2020, 06:41

Бөгөн Өфөлә газға бәйле ғәҙәттән тыш хәл булған

Баш ҡаланың мәғлүмәт-диспетчер үҙәге бөгөн иртәнсәк Пекин урамы, 16 адресы буйынса ике ҡатлы йортта газ-һауа ҡатнашмаһы шартлауы тураһында хәбәр ҡабул иткән. Был ваҡиға һөҙөмтәһендә түбә һәм бүлмә-ара стеналар ишелеп төшкән.

Ғәҙәттән тыш хәл ҡупҡан урынға кисекмәҫтән ҡаланың экстрен хеҙмәттәре йүнәлгән.

Разведка үткәргәндә икенсе ҡатта стена емереклектәре аҫтында ҡалған ҡатын табылған. Өфөнөң эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре һәм янғын һүндереүселәр гидравлик ҡорамал ярҙамында зыян күреүсене - 1982 йылғы ҡатынды азат иткән.
Шулай уҡ 1988 йылғы ир һәм 2004 йылғы баланы төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатҡандар. Үлеүселәр юҡ.
Әлеге мәлдә "04" хеҙмәте газ ҡорамалдарын тикшерә.
Емерелгән фатирҙарҙа йәшәүселәргә Зыян күреүселәрҙе урынлаштырыу үҙәгенә күсергә тәҡдим ителгән.
Был мәғлүмәт оператив алынды, аныҡлау талап ителә.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Читайте нас